- Мин барығыҙҙы да «Еңеү» ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында сәләмләйем. Иҫегеҙгә төшөрәһем килә, ул әле 2000 йылда уҡ төҙөлдө һәм, ысынлап та, мөһим бурыстарҙы бергәләп хәл итеү өсөн, власть органдары, гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәрен берләштерә. Ветерандарга ярҙам итеү, йәш кешеләрҙе патриотик тәрбиәләү мәсьәләләре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау тураһында һүҙ бара, - тине Владимир Путин. - Беҙ күптән түгел генә 9 майҙы билдәләп үттек, ләкин 9 майҙан һуң был йүнәлеште юғалтырға ярамай, бындай төрҙәге проблемаға һәм ветерандарға иғтибар кәмемәҫкә тейеш. Тиҙҙән башҡа датаны - 22 июнде, нацистар беҙҙең ергә бәреп кергән ҡот осҡос, фәжиғәле көндө иҫкә төшөрәсәкбеҙ. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тула. Ул күп миллионлаған ғүмерҙәрҙе алып китте, һәр ғаиләнең тиерлек үҙ юғалтыуҙары, үҙ геройҙары бар.
Федерация Советының беренсе вице-спикеры, "Берҙәм Рәсәй" партияһы генераль советы секретаре Андрей Турчак һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Президенты Александр Сергеев "Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" исемен биреүгә заявкаларҙы ҡарау һөҙөмәтәләрен тәҡдим иттеләр.
Фото: kremlin.ru