13 сентябрҙә ете тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы Тамара Танһыҡҡужина Краснокама районы Ҡуян ауылында бер үк ваҡытта шашка уйнауҙың 30 сеансын үткәрҙе.
Был осрашыуҙа райондың иң яҡшы шашка уйнаусылары ҡатнашты, улар араһында уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә булды. Әлбиттә, Тамара Танһыҡҡужинаны еңеүсе булманы. Бөтә ҡатнашыусылар миҙал һәм сертификат менән бүләкләнде. Шашка боронғо уйын булыуына ҡарамаҫтан, уның менән мауығыусылар һаны йылдан-йыл арта. Уйлау менән фекерләү ҡеүәһен үҫтергән был уйын йәштәрҙең һәм өлкәндәрҙең күңеленә хуш килә.
Сығанаҡ: Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы.