Республика яңылыҡтары
6 Октября 2021, 10:20

Республикала подъездарҙы ремонтлау тамамланды

Быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау өсөн 222 миллион һум бүленде.

Республикала подъездарҙы ремонтлау тамамландыРеспубликала подъездарҙы ремонтлау тамамланды
Республикала подъездарҙы ремонтлау тамамланды

Башҡортостанда быйыл планға ярашлы ремонтланырға тейешле бөтә подъездар ремонтланды, тип хәбәр иттеләр Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау өсөн 222 миллион һум бүленде. Республиканың өс муниципалитетында урынлашҡан 113 күп фатирлы йортта 308 подъезд тәртипкә килтерелде.

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылды.

Ремонт эштәре барышында бюджет аҡсаһын экономиялау Ағиҙел ҡалаһында өс йортта алты подъезды ремонтларға мөмкинлек бирҙе. Шуға күрә 308 подъезд урынына 312 подъезд комплекслы ремонтлана. Ошо «өҫтәмә» подъездарҙа ремонтты 1 ноябргә тиклем тамамлау планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас