Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
8 Ноябрь 2021, 15:25

Башҡортостандан АҠШ-ҡа 11 тонна бал оҙатылды

Ҡулланыусыға оҙатыр алдынан уның бөтә партияларын Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тикшерҙе.

Башҡортостандан АҠШ-ҡа 11 тонна бал оҙатылды
Башҡортостандан АҠШ-ҡа 11 тонна бал оҙатылды

Башҡортостандан АҠШ-ҡа дөйөм ауырлығы 11 тоннанан ашыуыраҡ алты партия башҡорт балы ебәрелде.

Ҡулланыусыға оҙатыр алдынан уның бөтә партияларын Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тикшерҙе.

АҠШ Рәсәй балын күпләп һатып алыусыларҙың береһе булып тора, уҙған йылдарҙа Башҡортостандан да бал оҙатылды.

«Татлы ризыҡ Бремен ҡалаһының (Германия) Quality Services International GmbH халыҡ-ара лабораторияһында тулыһынса тикшерелде, ул иппортер илдең талаптарына тап килә», — тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Автор:
Читайте нас