

Академик Курчатов урамындағы 1/11 һанды йорт подъездарында республика программаһы буйынса комплекслы ремонт 2020 йылда эшләнде. Бер подъезда ремонттан һуң попугайҙар һүрәте барлыҡҡа килде. Үткән йылда был подъезд “Иң яҡшы подъезд” республика конкурсының призеры булды.
Шул уҡ урамдың 16-сы йортонда - болан, ә Дуҫлыҡ урамындағы 10-сы йортта Апаиш йылғаһы төшөрөлгән пейзаж һүрәтләнде.
Әйткәндәй, ҡалала република программаһы буйынса 2019-2021 йылдарҙа 14 йорртоң 46 подъезында ремонт эшләнде. Ә бөтә республика буйынса 2184 йортта 493 подъезда ремонт эшләнде.