

Был бина Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ремонтланасаҡ объекттар иҫәбенә ингән ине. Юбилейҙы беҙ 2019 йылда байрам иттек, әммә мәҙәниәт йорто үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Ниһайәт, 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының капиталь ремонт буйынса управлениеһы тендер иғлан итте. Контракттың башланғыс суммаһы 170 миллион тәшкил итте. Башта конкурста «Башгражданстрой» йәмғиәте еңгәйне. Ул контракт хаҡын өс процентҡа кәметеп, 169,72 миллион һумға тиклем төшөрҙө. Әммә Федераль антимонополия хеҙмәте конкурс һөҙөмтәләрен тикшергәндән һуң еңеүсе тип «Сальвия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт танылды. Ул мәҙәниәт йортон 160,97 миллион һумға ремонтларға булды.
«Иҙел» мәҙәниәт йортоноң реконструкцияһы «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса федераль һәм республика бюджетынан финанслана. Реконструкция барышан Ағиҙел ҡалаһы ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов, шулай уҡ мәҙәниәт министрлығы контролдә тота.
«Сальвия» компанияһы 2021 йылдың сентябрендә эшкә тотондо. 2021 йылда 20 миллион һумды үҙләштерҙеләр, 2022 йылға 60 миллион һум үҙләштерергә кәрәк.
Бөгөнгө көндә элек бина эсендә демонтаж эштәре башҡарылған, 3 этажлы төкәтмә һалына башлаған.
Яңыртылған бинала бейеү, йыр, театр студиялары, гример бүлмәһе, костюмдар тегеү цехы, уларҙы һаҡлау бүлмәһе, оператор, звукорежиссер бүлмәләре буласаҡ, хатта артистар өсөн душ бүлмәләре лә ҡаралған. Инвалидтар өсөн дә мөмкинлектәр булдырыласаҡ.
«Иҙел» мәҙәниәт йорто коллективы тиҙерәк үҙ бинаһына ҡайтып, яңыса эшмәкәрлек башлап ебәрергә хыяллана.