Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
10 Февраль 2022, 17:48

Чиновниктар ГТО нормативтарын тапшырҙы

 «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙегендә  ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль учреждениелар етәкселәре ГТО нормативтарын тапшырҙы.

Чиновниктар ГТО нормативтарын тапшырҙы
Чиновниктар ГТО нормативтарын тапшырҙы

ГТО комплексы бер нисә  һынауҙан тора. Нормативтарҙы үтәгән кешеләр алтын, көмөш һәм бронза значогы ала. Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күнегеүҙәр айырыла. Нормативтар тапшырыусылар  30 метрға йүгереү, 50 метрға йөҙөү, отжимание, гимнастика эскәмйәһенә баҫып тәнде  алға эйеү, урындан йыраҡлыҡҡа һикереү, пресс, кәүҙәне ятҡан хәлдән күтәреү, 16 килограмлыҡ гер күтәреү, пневматика мылтығынан атыу кеүек һынауҙар үттеләр.

Ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов етәкселендә команда 16 кешенән торҙо.Бөтәһе лә иң яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтергә тырышты.

- Был сара ГТО нормативтарын тапшырыу ғына түгел, коллективты туплау, профессиональ өлкәнән тыш үҙ булдыҡлығыңды күрһәтеү мөмкинлеге лә. Беҙҙең белгестәребеҙ ошо сарала ҡатнашып, сәләмәт тормош алып барыуҙы, физкультура һәм спортты популярлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙары – һөйөнөслө күренеш, - тип яҙҙы ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов социаль селтәрҙәрҙә.

Әйткәндәй, ул бер нисә һынауҙа үҙен иң яҡшыһы итеп күрһәтте. Афарин!  

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас