Иртән иртүк “Әүҙем оҙон ғүмерлелек” клубы ағзалары Апаиш күле буйында иртәнге зарядкаға йыйылды. Әйткәндәй, улар был зарядканы көн һайын башҡара, был шәмбелә тренерҙары Гөлназ Мәхмүтова әүҙем пенсионерҙарҙы Физкультурниктар көнө менән ҡотлап, сәләмәт оҙон ғүмер теләне. Ғәҙәттә клуб ағзалары зарядканан һуң һыу инәләр, әммә был көндә уларға икенсе сараға ашығырға кәрәк ине. Ҡала майҙанындағы универсаль спорт майҙансығында физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-педагогтары улар өсөн эстафета әҙерләп торҙо.
«Оҙон ғүмерлелек полосаһы» тип аталған эстафетаға скандинав таяҡтары менән йөрөү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, дартс, теннис тубын ракетка менән йөрөтөү, футбол тубын йөрөтөү, ҡаршылыҡтар менән йүгереү, ҡапҡаға туп атыу инде.
Ирҙәр араһында беренсе урынды Фәрит Хисамов яуланы, икенсе урында Фаил Гәрәев, өсөнсөлә Владимир Порсев булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Вера Старцева алды, икенсе урында – Фәзәйәнә Камалетдинова, өсөнсөлә – Светлана Яхина булды.
Эстафетала ҡатнашҡан бөтә пенсионерҙар ҙа спонсорҙан бүләк алды, еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнде.