+17 °С
Облачно


Бөгөн, 22 сентябрҙә, Яңауылда яңы тимер юл күпере асылды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.
Объект иҫке күпер эргәһендә төҙөлдө, әйткәндәй, уға алты тиҫтә йылдан ашыу. Был күпер бик таушалған ине.
Күпер инвестицион проектҡа индерелгәйне. Аҡсаны “Рәсәй тимер юлдары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бүлде.
Шуныһы мөһим — объект “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү концепцияһына индерелгән. Фото Рөстәм Санговтыҡы.