Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
13 Ноябрь 2022, 17:12

Ағиҙелдә "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" клубтары осрашты

Ағиҙелдә "Алтын ҡала" проекты даими тормошҡа ашырылып килә. "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" клубтарын "Ағиҙел" спорт-ял итеү үҙәге  быйыл инде өсөнсө тапҡыр йыйҙы. Был осташыу Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы хуплауға бағышланып, "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" девизы аҫтында үтте.

Ағиҙелдә "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" клубтары осрашты
Ағиҙелдә "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" клубтары осрашты

Осрашыуҙа Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл, Дүртөйлө ҡалалары, Ҡалтасы, Краснокама һәм Тәтешле райондары вәкилдәре ҡатнашты. Һәр команда үҙенең концерт номерҙарын күрһәтте, аҙаҡ спорт залында эстафеталарҙа көс һынашты. Спорт ярыштарында беренсе урынды Ҡалтасы командаһы яуланы, икенсе урында ағиҙелдәр булды, өсөнсөлә – яңауылдар.

Түңәрәк өҫтәл барышында район һәм ҡалалар вәкилдәре   волонтерҙар эшмәкәрлеге тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға посылка ебәреү, уларҙың ғаиләләренә урында ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алыштылар. Мобилицацияланған һалдаттарҙың әсәләре лә һүҙ алып, ярҙам күрһәткән өсөн ирекмәндәргә рәхмәттәрен еткерҙеләр.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас