Кисә «Әсәләр йәмһеҙ булмай! » тип аталған театраль постановка менән башланып китте. Төп ролдәрҙе Зилә Нуртдинова, Венера Ғәзизова һәм Зиниә Ғәлиәхмәтова башҡарҙы. Сценарий буйынса улар әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлап, әсәләрҙең бөйөклөгө тураһында бәйән итте.
Кисәне гармунсылар Рәсим Тухбатуллин менән Юрист Фазлетдинов йәмләне. Уларға ҡушылып Рәзифә Ғалина, Флория Шакирова, Венера Ғәзизова, Римма Тухбатуллина йырланы. Шулай уҡ Наилә Кәримова менән Зөлфиә Ғалина ла әсәләр тураһында йыр башҡарҙы.
Кисә йыр-бейеү, уйын менән дауам итте, аҙаҡ сәй табыны артында фекер алыштылар.