+11 °С
Ясна


11 ғинуарҙа Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 89-сы йәшендә донъя ҡуйған.
Был хаҡта кисә социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Мортаза Ғөбәйҙулла улы арабыҙҙан китте. Беҙ ғүмерен республикаға һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ. Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы», - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.