

Тимурға 18 йәш 6 июлдә тулды. Бала сағы Ағиҙелдә үтә, әммә аҙаҡ ул өләсәләре менән ҡала. 2017 йылдан ул Краснокама районының Бура ауылында өләсәһе Рүзилә Ғилмулла ҡыҙы менән йәшәй. 9-сы класты тамамлағандан һуң Тимур Сарапул ҡалаһында медицина колледжына уҡырға инә. Тимур стоматолог булырға хыяллана, ә тәүҙә медбрат һөнәренә эйә булырға ҡарар итә. Өҫтәмә рәүештә ул массаж курсын үтте
- Тимур - бик үҙ аллы, тәүәккәл егет, - ти уның өләсәһе. - Ул миңә һәр саҡ ярҙам итә, эшлекле кәңәштәр бирә. Мәктәптә уҡығанда, өлгөлө уҡыусы, спорт менән шөғөлләнде. Еңел атлетика, саңғы уҙыштары, баскетбол, ауыр атлетика буйынса уның грамоталары һәм миҙалдары күп. Һөнәри белем алғас ул яҡшы белгес булыр тип ышанам. Бирелгән фатир өсөн Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенә рәхмәт белдерәм. Ул беҙгә бик оҡшай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға закон буйынса 18 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙанлы торлаҡ бирергә тейеш. Торлаҡты хакимиәт сауҙалашыу ярҙамында һатып ала. Фатирҙар биш йылға махсус найм буйынса етем балаларға бирелә, йәғни был ваҡыт эсендә улар һатыу, ҡуртымға биреү хоҡуғына эйә түгел. Ошо ваҡыттан һуң улар социаль найм килешеүе буйынса фатирҙы хосусилаштырырға хоҡуҡлы.