Ҡурай
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
30 Августа 2023, 12:05

Йәштәр йыйынында ҡатнаштылар

22-25 августа Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында «Йәштәр йыйыны - 2023»  гражданлыҡ форумы үтте.

Йәштәр йыйынында ҡатнаштыларЙәштәр йыйынында ҡатнаштылар
Йәштәр йыйынында ҡатнаштылар

Йәштәр форумы Башҡортостан йәштәрен һәм Волга буйы федераль округы төбәктәрен, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәрен берләштерҙе.

 Ағиҙелдән форумда Беренселәр хәрәкәте ойошмаһының муниципаль координаторы Резед Муллағәлиева, йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Венер Мөхитов һәм ҡаланың әүҙем йәштәре вәкилдәре - Марат Хөснөтдинов, Олег Калабин һәм Сергей Шуматов ҡатнашты.

Эш бер нисә йүнәлеш буйынса барҙы. Форум сиктәрендә «Мәктәп үҙидараһы», «Студенттар үҙидараһы», «Ауыл йәштәре», «Медиа - трендтар», «Йәштәр сәйәсәте кадрҙары», «Атайсал» һәм башҡа төрлө уҡыу платформалары ойошторолдо.

Форумда билдәле спикерҙар сығыш яһаны, шулай уҡ республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу булды.

Сарала ҡатнашыусылар ыңғай тәьҫораттар, белем биреү платформаларында ҙур тәжрибә алды, уйындарҙа әүҙем ҡатнашты һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа райондары делегациялары менән үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас