Ҡурай
+20 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Сәләмәтлек
2 Февраля , 06:31

Бөйөрдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ

Бөйөрҙәрҙе һаулыҡландырыусы эсемлектәрҙе белегеҙ!

Бөйөрдәрегеҙҙе һаҡлағыҙБөйөрдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ
Бөйөрдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ

Бөйөрҙәрҙе һаулыҡландырыусы эсемлектәрҙе белегеҙ!

🌼 Туҙғанаҡтан бешерелгән сәй бөйөрҙәге таштарҙы иретә, организмды калий менән байыта. Туҙғанаҡтың тамырҙарын йыуып, төнәтергә лә була, өҫкә өлөшөн дә ҡулланырға мөмкин.

🥃 Ҡыҙыл сәкәре лә бөйөрҙөр өсөн ғәжәйеп файҙалы. Ул бөйөрҙә таштар булыуынан һаҡлай. Ә таштар инде булһа, сәкәре һыуына лимон йә имбир өҫтәргә кәрәк.

☕️ Имбирле сәй лә бөйөр һаулығын һаҡлай. Ул ялҡынсыныуҙарҙы киметә. Имбир тамырын йыуып. Ваҡ кирәктән үткәрергә һәм 10 минут төнәтергә кәрәк. Был сәйгә бал өҫтәһәгеҙ, тамаҡ ауырыуы ла бетә.

🍃 Бөйөрҙә таштар һәм инфекция булғанда кесерткән төнәтмәһен ҡулланырға киңәш итәләр. 1-15 грамм ҡоро кесерткәнде бер стакан ҡайнап сыҡҡан һыуҙа 20 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ҡулланалар. Һуңынан бер стакан һыу эсеп ҡуялар. Әммә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға кесерткән ҡулланырға ярамай! Аллергияһы булғандар да һаҡ булһын.

🍋 Лимон һыуы артыҡ кальцийҙы сығара, таштар үҫеүен туҡтата. Уны һалҡын һыу ҡушып ҡулланығыҙ.

🥤 Ер емеше һыуы йә морс бактерияларҙы юҡ итә, инфекция үҫешен, таштар барлыҡҡа килеүен туҡтата.

🫖 Куркума — ғәжәйеп тәмләткес. Ул ялҡынсыныуға ҡаршы көслө сара. Ҡайнап торған һыулы ҡаҫтрылға бер ҡалаҡ куркума өҫтәгеҙ һәм ун минут ҡайнатығыҙ.
Һуңынан беҙәк лимон һыуы һәм ҡара борос өҫтәгеҙ.

✅ Йүкә сәскәһенән сәй әҙерләгеҙ. Ул циститтан да, бөйөрҙәге инфекциянан да, таштарҙан да дауалай. Өс аҙна бындай сәй эскәнән һуң 10 көн тынысланғыҙ.

☕️ Ҡара емештең емеше лә, тамырҙары ла бик файҙалы. Улар токсиндарҙы сығара, таштарҙы ҡуҙғата.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас