Ҡурай
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
28 Февраль 2022, 14:46

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Финалсылар «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйылды. Проекттың һуңғы этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы милли йолалар һәм туған тел байрамына әүерелде. Республиканың төрлө мөйөштәренән, Ҡурған өлкәһенән һәм Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан 23 ғаилә ҡатнашты.

Финалсылар балаларында традицияларға һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләй, онотолоп барған халыҡ кәсептәрен тергеҙә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат секретары Минзиә Каспранова.

БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева рәйеслегендәге жюри «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ғаилә ижады» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләне.

Гран-приҙы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһе яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһынан репортажды Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин. Тапшырыу 1 мартта киске сәғәт 9-сы 15 минутта эфирға сыға.

Конкурсты ойоштороусылар — Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: