Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
27 Февраль 2024, 17:24

Ағиҙелдә башҡорт телендә КВИЗ-уйын уйнанылар

Үҙәк ҡала китапханаһында башҡорт телендә “Башҡорт батырҙары” КВИЗ уйыны үтте.  Уйын ике мөһим датаға - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Туған тел көнөнә арналды.  Уйында Башҡорт гимназияһының “Сәк-сәк” командаһы,  1-се мәктәптең “Алтын” һәм 2-се мәктәптең “Йондоҙҙар” командалары көс һынашты.

Ағиҙелдә башҡорт телендә КВИЗ-уйын уйнанылар
Ағиҙелдә башҡорт телендә КВИЗ-уйын уйнанылар

Уйын өс турҙан торҙо. Беренсе турҙа билдәле башҡорт батырҙарына арналған викторина булды. Балалар Башҡортостан Республикаһы гербында кем төшөрөлгән, тигән һорауға бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ яуап бирҙе - Салауат Юлаев. Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһынан нисә яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде тигән һорауға ла дөрөҫ яуап бирҙеләр - 78. Икенсе Аҙау походында Алдар Иҫәкәевтың черкес батыры менән ауыр һәм үлемесле  көрәштә еңеү яулауы тураһында күптәр белмәһә лә, хәҙер беләсәктәр. Был мәғлүмәт тә уҡыусылар өсөн  бик ҡыҙыҡлы булды:  1555-се йылдың аҙағында - 1556 йылдың башында Шәғәли Шаҡман көньяҡ-көнсығыш башҡорттары вәкилдәренән батшаның һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн наместник янына бара, һөҙөмтәлә тамъяндар Рус дәүләте составына инә һәм 1557 йылда унан ерҙе аҫаба биләүгә жалованный грамота ала. Шәғәли Шаҡманға тархан исеме бирелә.  Шулай уҡ Ҡараһаҡал, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым-түрә, Бейеш Ишкинин, Ҡаранай Моратов тураһында һорауҙар яңғыраны.

Уйындың икенсе өлөшө “Картиналар” тип аталды. Уйында ҡатнашыусыларға картиналарҙа, статуяларҙа, һәйкәлдәрҙә кем һүрәтләнгәнлеген белергә кәрәк ине. Балалар Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың портретын белде. Нидерландта - башҡорт яугиренә һәйкәл, Баймаҡ районында - Алдар Иҫәкәевкә, Ҡырмыҫҡалы районында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылыуы хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы булды.

Уйындың һуңғы өлөшө иң күңеллеһе булды.   Балалар башҡорт батырҙарына бағышлап йырҙар йырланы һәм хатта Салауат Юлаевҡа арналған иң билдәле йырҙы караокеға ҡушылып башҡарҙы. 

Һөҙөмтәлә “Йондоҙсоҡтар” командаһы иң күп дөрөҫ яуап биреп, еңеү яуланы, “Сәк-сәк” командаһы саҡ ҡына артта ҡалды. Бөтә командалар ҙа грамоталар менән бүләкләнде. 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас