Ҡурай
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
16 Октябрь 2021, 15:05

Краснокаманан Гавис Әхмәров “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булды

15 октябрдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандарҙы тәбрикләнеләр. Был конкурсты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Бүләкләнеүселәр араһында Краснокаманан Гавис Әхмәров та бар.

Белеүебеҙсә, октябрь башында ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә рәсми рәүештә Атайҙар көнөн булдырҙы. Ул йыл һайын ошо айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк. Быйыл байрам 17 октябргә тура килә. "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы иҫә бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.

2020 йылда беренсе тапҡыр бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Быйыл II “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын юллау өсөн 47 муниципальь берәмектән 184 ғариза бирелгән, шуларҙың бары 27һе генә еңеүсе тип табылды.

Һәм иң беренсе итеп ҙур бүләкте Гавис Әмир улына тапшырҙылар. Ул ваҡытында 27 тапҡыр рәттән үҙ районының иң яҡшы инженер-механигы тип танылған. Ҡатыны Илүсә Мәғфүрйән ҡыҙы менән 60 йылдан ашыу бергә татыу йәшәйҙәр, ете бала тәрбиәләп үҫтерделәр, улар барыһы ла юғары белемгя ия. Өлкән улдары Зенфир – Краснокама районы хакимиәтендәге ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, икенсе улдары Рәмзид – Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты. Илүсә менән Гавис Әхмәровтарҙың өсөнсө улдары Илфаҡ – Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе директоры, дүртенселәре Раил – “Йылылыҡ-энергетика компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры, ҡыҙҙары Гүзәлиә иһә - Яңы Ҡабан ауылы мәктәп-интернаты директоры. Төпсөктәре Илнас менән Финас шулай уҡ Яңы Аҡтанышбаш урта мәктәбендә эшләй.

Ҡалтасы районынан Олег Байдуганов та"Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы алды. Ул  ете бала атаһы. Олег Викторович ҡатыны Снежана Витальевна менән өс баланы опекаға алған.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: