Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Июль 2021, 12:28

Башҡортостанға күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

Рәсәй төбәктәренә бөтәһе 1,44 миллиард һум йүнәлтелә.

Башҡортостанға күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә аҡса бүленә
Башҡортостанға күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

Башҡортостанға өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 123 миллион һум бүленә.

Рәсәй төбәктәренә бөтәһе 1,44 миллиард һум йүнәлтелә.

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Был аҡса балаға өс йәш тулғанға тиклем ғаиләләргә айлыҡ түләүгә йүнәлтелә. Түләүҙең суммаһы төбәккә бәйле, балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Рәсәйҙә ул уртаса 11,3 мең һум тәшкил итә.

Өҫтәмә аҡса 17 төбәккә йүнәлтелә, был тағы 12,5 мең баланы пособие менән тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

«Быйыл ошондай түләүҙәргә федераль бюджеттан бөтәһе 58 миллиард һум самаһы ҡаралған. Хөкүмәт артабан да ишле ғаиләләргә ярҙам итәсәк», – тине Михаил Мишустин 22 июлдә уҙған Хөкүмәт ултырышында.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: