Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
31 Июль 2021, 13:14

Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәге конкурста «Уртаса ҡалаларҙың Күп функциялы үҙәге» категорияһында еңеү яуланы, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы
Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

«Ә бит Күп функциялы үҙәктә ҡағыҙ, принтерҙар  етмәгән ваҡыттар булды, кешеләргә сәғәттәр буйынса сиратта ултырырға тура килде. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарылды. Хеҙмәткәрҙәр алдыҡ, уларҙы уҡыттыҡ, офистарҙы ремонтланыҡ. Хәҙер беҙҙең Күп функциялы офистар төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүе, уңайлы эш графигы, һанлаштырыу кимәле менән айырылып тора. Быны халыҡҡа уңайлы хеҙмәттәр күрһәтеү йәһәтенән ҙур алға китеш тип иҫәпләйем. Халыҡ менән эшләү еңелдән түгел, ләкин бик кәрәк. Бөтә коллегаларҙы, айырыуса Туймазы Күп функциялы үҙәге командаһын ҡотлайым», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: