Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Сентябрь 2022, 17:33

Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте

Николо-Березовка ауылында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» район конкурсы үткән. Унда 55 йәштән өлкән 11 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Бәйгеселәр биш конкурс биремен үтәргә тейеш була. Улар сәскәләрҙән, йәшелсә-емештәрҙән ижади композициялар тәҡдим итә.

Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте
Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте

Николо-Березовка ауылында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» район конкурсы үткән. Унда 55 йәштән өлкән 11 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Яңы Аҡтанышбаш ауылынан 83 йәшлек Гөлниса Тажетдинова иң өлкән ҡатнашыусы була. Бәйгеселәр биш конкурс биремен үтәргә тейеш була. Улар сәскәләрҙән, йәшелсә-емештәрҙән ижади композициялар тәҡдим итә. Ҡул эштәре күргәҙмәһе барыһын да хайран ҡалдыра: энә һәм ырғаҡ менән бәйләү, сәйлән һәм таҫмалар менән сигеү, төрлө биҙәүестәр һәм ҡул эштәре техникаһы һәм башҡалар. Ә китапхана залында хужабикәләр үҙҙәренең аш-һыу оҫталығын тәҡдим итә. Нимә генә булмай унда! Бәлештәр, ҡоймаҡ, торттар... Сәләмләү һәм ижади номерҙар ҡатнашыусыларҙың һәйбәт хужабикәләр һәм ҡул эштәре оҫталары ғына түгел, ә талантлы йырсылар, шағирҙар һәм бейеүселәр ҙә  булыуҙарын күрһәтә.

Конкурсҡа йомғаҡ яһап, жюри 11 номинация буйынса еңеүселәрҙе билдәләй: «Һөйкөмлөлөк һылыуҡайы» - Динә Шапиева (Арлан ауылы); «Шиғриәт һылыуҡайы» - Фәйрүзә Хәлиуллина (Николо-Березовка ауылы); «Ижад һылыуҡайы» - Ольга Голубева (Мүзәк ауылы); «Аш-һыуға оҫта һылыуҡай» - Әлфиә Сәйетова (Яңы Йәнйегет ауылы); «Аҡыл һылыуҡайы» - Гөлниса Тажетдинова (Яңы Аҡтанышбаш ауылы); «Илһөйәрлек һылыуҡайы» - Рәзидә Хәбибуллина (Яңы Хажи ауылы); «Ҡунаҡсыллыҡ һылыуҡайы» - Дамира Шәймурзина (Яңы Ҡабан ауылы); «Алтын ҡуллы һылыуҡай» - Любовь Вәлишина (Никольск ауылы); «Көҙ һылыуҡайы» - Рәмилә Шәғәдаянова (Иҫке Мошто ауылы); «Көс-дәрт һылыуҡайы» - Руфина Сәлихова (Яңы Ҡайынлыҡ);  «Үҙенсәлек һылыуҡайы» - Рәйсә Әхмәтова (Сауыҙбаш ауылы).

Бөтә ҡатнашыусыларға ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла

Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте
Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте
Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте
Краснокама районында хаҡлы ялдағылар араһында «Хужабикә» конкурсы үтте
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: