Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Сентябрь 2023, 20:17

Краснокама пенсионерҙары Өфөгә сәйәхәт ҡылды

Районда «Родина» коммерциялы булмаған автономиялы ойошмаһы отҡан грант сиктәрендә өлкән йәштәгеләрҙең туристик сәфәрҙәрен ойоштороу программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендә ветерандар төркөмө йәнә Өфөгә барып ҡайтты. Экскурсанттар «Нестеров» музейына барҙы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа, Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр янында булды, ә кисен «Нур» татар драма театрында спектакль ҡараны.

- Өфөгә ун тапҡыр барырға инек, әммә ике-өс автобусты бер юлы ебәргәнгә күрә, планды ваҡытынан алда үтәнек. Артабан беҙҙә район һәм Николо-Берёзовка авылы буйлап сәфәрҙәр көтөлә, - ти ветерандар советы рәйесе Ольга Стёпкина. - Район буйлап сәфәрҙәр башлыса Яңы Ҡайынлыҡ ауылын үҙ эсенә ала, Ҡуян ауылы мәктәбендә ике музей: тыуған яҡты өйрәнеү һәм СССР-ҙың музейын күрһәтеү күҙаллана.

Район буйлап сәфәрдә 44 кеше ҡатнашасаҡ. Тағы ла 22 кеше  Николо-Берёзовкаға сәфәр ҡыласаҡ, ундағы программа буйынса тарих-крайҙы өйрәнеү музейы, Елизавета ҡойоһо һәм ауылдың түбәнге өлөшө күрһәтеләсәк. 154 кеше сәфәр программаһы менән файҙаланған да инде, уларҙың барыһы 220 буласаҡ.

- Район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә сәфәрҙәр ойоштороу өсөн мәктәп автобустары биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Шулай уҡ табиптарға рәхмәт белдерәбеҙ - һәр сәфәрҙә пенсионерҙарыбыҙҙы фельдшер оҙатып йөрөнө, - тине Ольга Григорьевна.

«Бик һәйбәт йөрөп ҡайттыҡ: барыһы ла ойошҡан уйланылған, уңайлы, ҡыҙыҡлы», - август айында уҡ күршем, Яңы Аҡтаныш китапханаһының элекке китапханасыһы Иниза Вәлиева ла сәфәрҙән һуң һоҡланыуын йәшермәне. Һәм шул саҡта беҙ хаҡлы ялда булған кешеләргә бындай сәфәрҙәрҙең ни тиклем мөһим булыуын билгеләнек, уңай эмоциялар кемлә лә кәрәк. Шуныһы ла мәһим, был сәйәхәттәр шәһәр күрер өсөн генә түгел, музейҙарға экскурсиялар булыуы бик шәп. Һәм бөтәһе лә - бушлай. Грант иҫәбенә туҡланыу ҙа ойошторолған: иртәнсәк экскурсанттар еңел генә тамаҡ ялғап ала, ә көндөҙ - төшкө аш ашай. Ниндәй яҡшы эш уйлап тапҡандар был проектты тормошҡа ашырыусылар.

Краснокама пенсионерҙары Өфөгә сәйәхәт ҡылды
Краснокама пенсионерҙары Өфөгә сәйәхәт ҡылды
Краснокама пенсионерҙары Өфөгә сәйәхәт ҡылды
Краснокама пенсионерҙары Өфөгә сәйәхәт ҡылды
Краснокама пенсионерҙары Өфөгә сәйәхәт ҡылды
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: