Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Февраль 2022, 14:41

Башҡортостанда һуңғы өс йылда спортты һәм физкультураны федераль финанслау 14 тапҡырға артты

Һуңғы өс йылда федераль бюджеттан Башҡортостандың Спорт министрлығын финанслау күләме 200 миллиондан 2 миллиард 852 миллион һумға тиклем артҡан. Атап әйткәндә, был аҡса республикаға спорт объекттары төҙөү өсөн бүленә. Министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика ведомствоһы етәксеһе Руслан Хәбибов ошо турала хәбәр итте.

Башҡортостан үҙәктән 2020 йылда — 419 миллион, 2021 йылда — 423,6 миллион, 2022 йылда 935,7 миллион һум алды.

«Аҡса мөһим һәм кәрәкле спорт объекттарын төҙөүгә йүнәлтелә. Спорт көрәше үҙәге, ишкәкле слалом үҙәге, ГТО майҙансыҡтары өсөн шарттар булдырыу», — тине спорт министры Руслан Хәбибов.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, оҙаҡламай Өфөлә Спорт гимнастикаһы үҙәге файҙаланыуға тапшырыла, ә 12 июнгә ябыҡ футбол манежы асыла һәм унда балалар турниры үткәрелә.

Шулай уҡ республика бюджеты йыл һайын спортты һәм физик культураны финанслау күләмен арттыра. 2020 йылда Башҡортостан ҡаҙнаһы Спорт министрлығына һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениеларға — 2,6 миллиард, 2022 йылда иһә 4,4 миллиард һум бүлде.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: