Ярыштарҙың баш судьяһы педагог-тренер Константин Чупринов һәр саҡ ҡатнашыусыларға яңы бурыстар ҡуя. Спорсылар һәр күнегеүҙе ваҡытҡа йәки ҡабатлауҙар һанына дөрөҫ башҡарырға тырыша, сөнки һәр күнегеүҙә шәхси зачетта урын бүлеү иң күп ҡабатлауҙар йәки үтәү ваҡыты буйынса билдәләнә. Был юлы ярыштар бер йәш категорияһында үтте, ярыштарҙа 15 йәштән өлкәнерәк спортсылар ҡатнашты.
Иң күп балл йыйып, Нефтекаманан Илья Костин беренсе урын алды. Ағиҙел атлеты Эмиль Тлеспаев саҡ ҡына аҙыраҡ балл йыйҙы, өсөнсө урында - Ағиҙел спортсыһы Данила Килбахтин.
Воркаут өсөн спорт майҙансығы эргәһендә пляж волейболы буйынса ярыштар уҙҙы. Ярыштарҙа Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан һәм Краснокама районынан ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡатнаш командалар ҡатнашты. Ныҡышмалы көрәштә Нефтекаманың “Юпитер” командаһы беренсе урын яуланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғаилә йылында беҙҙең ҡалаға ярышҡа Митрошиндар ғаиләһе килде, ир менән ҡатын бергә уйнаны һәм беренселекте берәүгә лә бирмәне. Икесе урында - Ағиҙел спортсылары Тимур Пермитин һәм Андрей Русиев, улар үҙ командаһын “Легенда” тип атаны, өсөнсөлә - Ағиҙелдән Вадим Хаматйәнов һәм Азат Ғабдрахманов.
Ярыштарҙа еңеүселәргә һәм призерҙарға маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата приздар тапшырылды.