Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
22 Март , 10:59

Ағиҙел йәштәре Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында булды

5-6 мартта 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең 14 уҡыусыһына - «Беренселәр хәрәкәте» беренсел бүлексәләре активистарына - «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумына барыу бәхете тейҙе.

Ағиҙел йәштәре Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында булды
Ағиҙел йәштәре Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында булды

Рәсәйҙә тәүге тапҡыр - мөмкинлектәр илендә» 1-се павильонға, интерактив шоуға, белем биреү һәм мәҙәни-күңел асыу программаһына барыу, шулай уҡ фекеҙәштәр менән аралашыу балаларҙың төп маҡсаты ине. Бында балалар хыялдары артынан виртуаль сәйәхәт итте. 75-се павильонда Рәсәйҙең төрлө субъекттары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде.

Шулай уҡ балалар өсөн Мәскәү буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар тарихи урындарҙы барып күрҙе һәм Ҡыҙыл майҙан буйлап йөрөп ҡайтты.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: