

40 йылдан ашыу эш стажы булған ветеринария фельдшеры Зәкәриә Ғәлимовты тыңлағас, был һөнәрҙе һайлаусыларҙың бөтәһенең дә ҡыйыу икәнлегенә инанаһың. Ни өсөн? Нисек инде! Тәбиғәт хайуандарға үткер тештәр, тырнаҡтар, мөгөҙҙәр һәм тояҡтар биргән, шуға күрә, имгәнеү, күгәреү, тырналыу һәм киҫелеүҙәр ветеринария белгестәре өсөн ғәҙәти булмаһа ла, таныш хәл. Хәйер, Зәкәриә Нәғим улы эш көндәре тураһында йылмайып һөйләй. Эшеңде яратып башҡарһаң, әлбиттә, бөтәһенә лә түҙергә була, тигәндәй.
Был һөнәргә ул ул 1978 йылда тыуған яғы Ырымбур өлкәһендә ауыл хужалығы һөнәри-техник училищеһын тамамлағандан һуң килә.
— Беҙҙең Матвеевка районында 2003 йылға ни бары ике ҙур хужалыҡ ҡалды. Тормош иптәшем Зәүһәриә Рәйес ҡыҙы менән уның тыуған яғы — Киҫәкҡайынға күсенергә булдыҡ, — тип һөйләй әңгәмәләшем.
Шулай ул “Юлдаш” йәмғиәтендә ветфельдшер булып эш башлай, ә 2016 йылда район ветстанцияһына, дөрөҫөрәге, Прогресс ветеринария участкаһына эшкә килә.
— Беҙ өсәү: мин, ветфельдшер Эльвина Бәширова һәм Зөлфәт Хәбибуллин, участка мөдире, 22 тораҡ пункт, өс ҙур хужалыҡ, биш крәҫтиән-фермер хужалығына хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, — тип һөйләй З. Ғәлимов.
Билдәле, ветеринария белгесенең вазифаһы ауылда бының менән генә сикләнмәй. Малдарына ярҙам итеүҙе һорап, халыҡ тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында мөрәжәғәт итә. Проблемалар ҙа төрлө-төрлө. Бына кисә генә малына ярҙам һорап ауылдашы килгән, үгеҙе эре генә картуфты ҡапҡан да, тамағына ултырған. Ветфельдшер Ғәлимовҡа, хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, иң экстремаль хәлдәрҙә бер нисә тапҡыр ҡарар ҡабул итергә тура килә.
“Хайундарҙың ауыртҡан ерҙәре булһа, хәҙер тормош иптәшем дә аңлай”, — тип йылмая Зәкәриә Нәғим улы. Улар 42 йыл бергә ғүмер кисерә, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн ейәндәренә һөйөнәләр.
Хужалыҡтағы малға килгәндә, нисек инде уларһыҙ! Бал ҡорттары ла бар. “Улар ике генә баш. Бал ҡорттары ысын ләззәт һәм күңел тыныслығы бирә”, — ти Зәкәриә Нәғим улы.
Фото: Илдар Шәрипов.