Ҡурай
+27 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Ноября 2021, 06:18

Ҡураһы йылы, аҙығы тәмле булһын

Тауыҡтар ҡышҡыһын да йомортҡа һалһын, тиһәң....

Ҡураһы йылы, аҙығы тәмле булһынҠураһы йылы, аҙығы тәмле булһын
Ҡураһы йылы, аҙығы тәмле булһын

Рифат һәм Роза Әбғәлимовтар тауыҡтарға бына ошондай өй эшләгән. Бында ҡоштарға бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Кетәклектә йылы, яҡты. Быныһы – беренсенән. Икенсенән, ҡош-ҡортто дөрөҫ итеп ашаталар һәм тәрбиәләйҙәр. Табындан ҡалған ризыҡтар – икмәк, бутҡа, йәшелсә (бәрәңге, кишер, сөгөлдөр) һ.б. – барыһын да ярата тауыҡтар. Көрпә, ылыҫ оно ла бирәләр. Тағын бер сер – тауыҡтарҙы төрлө сирҙәрҙән һаклау өсөн балыҡ ҡалдыҡтары, балыҡ майы, һөйәк оно рационда булырға тейеш.

Көн оҙонлоғон яһалма рәүештә оҙайталар - лампаларҙы иртәнге сәғәт 6-ла ҡабыҙалар ҙа яҡтырғансы тоталар. Кисен иһә, эңер төшә башлағас, тағы 20 сәғәткә тиклем оҙайталар.

Аҫтарына бысҡы онтағы түшәйҙәр, ул утыҙ сантиметрлап булырға тейеш. Әйткәндәй, уны биопрепарат менән эшкәртеп торалар.

Шуны ла оноторға ярамай – тауыҡтар алдында һыу булыу мотлаҡ. Ҡар бирергә лә була.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас