Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Февраль 2022, 13:51

Йәш ғалимдар Евгений Махныткин һәм Алмаз Шәрәфетдинов нефть университетында эшләй

8 февраль – Рәсәй фәне көнө

Йәш ғалимдар Евгений Махныткин һәм Алмаз Шәрәфетдинов нефть университетында эшләй
Йәш ғалимдар Евгений Махныткин һәм Алмаз Шәрәфетдинов нефть университетында эшләй

Бөгөн, 8 февраль, Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Был дата ил Президентының указы менән 1999 йылдың 7 июнендә булдырыла. Был көндөң тарихы Рәсәй Фәндәр академияһына нигеҙ һалыу менән бәйле.
Белем биреү учреждениеһы 1724 йылдың 8 февралендә батша Петр I ҡарарынан һуң төҙөлә.
Беҙҙең республикала әле тиҫтәләрсә университетты берләштергән Рәсәй фәндәр академияһының Өфө тикшеренеүҙәр үҙәге һәм Башҡортостан Фәндәр академияһы эшләп килә.

Яңауылдан Евгений Махныткин һәм Алмаз Шәрәфетдинов лицейҙы бөткәс, Өфө нефть университетына уҡырға инәләр. Вузды тамамлағас, фән өлкәһендә эшләргә теләктәрен тормошҡа ашыралар. Улар икеһе лә аспирантурала белем ала, тау-нефть факультетында студенттарҙы уҡыта, конференцияларҙа ҡатнаша һ.б.

Фән өлкәһендә ижад итеүсе йәш ғалимдарға яңы асыш-ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас