Урындағы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 11:04

«Көмөш» ирекмәндәр балаларҙың күңелен күрҙе

Улар ретро-тәнәфес ойошторҙо

«Көмөш» ирекмәндәр балаларҙың күңелен күрҙе«Көмөш» ирекмәндәр балаларҙың күңелен күрҙе
«Көмөш» ирекмәндәр балаларҙың күңелен күрҙе

Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар советының «Оҙаҡ йәшәү серҙәре» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан «көмөш» ирекмәндәр сәләмәтлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән төҙәтеү мәктәп-интернатта булып китте. Нина Бадырзянова, Люция Хәбирова, Гүзәлиә Ғабсалиҡова, Флүзә Кривоногова, Нәзифә Шараева проект етәксеһе Илһөйәр Проскурякова менән берлектә малай һәм ҡыҙҙарға  бала саҡтарында уйнаған уйындарҙың серҙәрен төшөндөрҙө. Бынан тыш улар бүләккә ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар ҙа алып килгәйне.

Балалар осрашыуҙан бик ҡәнәғәт булып ҡалды.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас