+26 °С
Облачно


Яңауылда байтаҡ кеше кәбеҫтәнең селтәрләнеп бөтөүенә зарлана.
Кемдер инде уңыш алыуға ыышанмай, икенселәрҙең өмөтө юҡ түгел.
Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идараһы дәүләт инспекторы Илгиз Ғатауллин әйтеүенсә, был мөмкин. Әлбиттә, һүҙ инде ҙур уңыш хаҡында бармай. Кәбеҫтәне көн ҡоро торганда кисен йә иртән үк пестицид (инсектицид) менән дарыулау мотлаҡ. Бынан һуң ике-дүрт сәғәт ямғыр яумау мотлаҡ. Кәбеҫтәне бер ай ашарға ярамай.
Әйткәндәй, был күренеш башҡа райондарҙа ла күҙәтелә икән.