+16 °С
Ясно


Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Хәҙер яңауылдар ҙа кинәнеп һыу инә. Быйыл ҡаланан йыраҡ түгел аҡҡан Беүә йылғаһы буйында пляж асылғайны. Бында бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ – улар төҙөк булмаҫҡа мөмкин, ә был хатта яҡшы йөҙә белгән кешеләр өсөн дә ҡурҡыныслы. Дауыллы көндө лә һыу инергә ярамай. Һәм, иң мөһиме, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Йәйебеҙ бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!