+12 °С
Облачно


Көҙҙән дә сағыуыраҡ, көҙҙән дә йомартыраҡ, көҙҙән дә матурыраҡ миҙгел бармы икән?
Бөгөн, 18 сентябрьҙә, нәҡ шундай көндәрҙең береһе булды. Иркенләп алтын көҙҙөң әбейҙәр сыуағы ваҡытында тәбиғәт ҡосағында йөрөргә, һоҡланып һәр ағасты, ҡыуаҡты тикшерергә, үҙеңә генә оҡшаған күренеште фотоға төшөрөргә форсат сыҡты.