

Бар бит арабыҙҙа алтын ҡуллы оҫтабикәләребеҙ! Миләүшә Хаҡова кеүек ҡул эше оҫталары менән осрашып, уларҙың фантазияларына таң ҡалам. Ниндәй генә нәмәләр тыуҙырмай шул нәфис ҡулдар?!
Бала сағында уҡ Гөлйыһан өләсәһе уны энә менән бәйләргә өйрәткән, шунан ҡыҙ ырғаҡ менән бәйләргә лә оҫтарып алған.
- Беҙ дүрт апай-һеңле: мин иң өлкәне, Гөлнур, Айһылыу, Раушания. Һәммәбеҙ ҡул эштәренә оҫта. Ә әсәйебеҙ Хибә Закир ҡыҙы бөтә эшкә лә оҫта булды, - тип һөйләй Миләүшә Рәфҡәт ҡыҙы.
- Хәтеремдә, Мәсғүд - беҙ әле балалар булғанда, энәләрҙе велосипед спицаларынан, ырғаҡтарҙы ағастан яһай торғайны, - тип дауам итә ул. – Элек уларҙы магазинда табыуы ҡыйын ине бит.
Ҡатын ырғаҡ менән бәйләгән тәүге изделиеһын хәтерләй. Уд келәм була. 7 класта һарыҡ йөнөнән кофта бәйләп кейә.
Тулыраҡ бында уҡый алаһығыҙ.