

Йәй ҡоро булһа ла, көҙ башы ямғыр менән ҡыуандыра. Нефтекама-Николо-Берёзовка юлынан уҡ хужалары бәшмәк алырға урманға кереп киткән машиналар теҙелгән. Гөмүмән, ҡайҙа ағаслыҡ, шунда - бәшмәкселәр беҙҙә.
Район үҙәгендә йәшәүсе Флүзә Яҡупов бер тағараҡ опята йыйған. Дубника ауылына илткән юлдан таптым, ти. Шулай уҡ универмаг янындағы йәшел баҙарҙа ла опята һатыусылар барлыҡҡа килде.
Ҡайһы берәүҙәр бәшмәкте әҙер килеш һата. Мәҫәлән, аҡ бәшмәктәр һәм майлы гөмбәнән маринадланган өс литрлы банканы 2 мең һумға һаталар. Бәшмәк йыйырға ваҡыты ла, елкәһе лә юҡ берәүһәр әҙерҙе һатып ала, икенселәре уларда аҡса эшләй - бөтәһенә лә яҡшы!