Ҡурай
+13 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
21 Сентября 2023, 09:12

Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды

Район үҙәгенең түбәнге өлөшөн төҙөкләндереү проекты «Ҡала мөхите дизайны» номинацияһында ағастан иң яҡшы архитектура төҙөлөшө өсөн абруйлы федераль премияға лайыҡ булды. Архиwood ти аталған архитектура конкурсы премияһы Переделкинода тапшырылды.

Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алдыНиколо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды

Район үҙәгенең түбәнге өлөшөн төҙөкләндереү проекты «Ҡала мөхите дизайны» номинацияһында ағастан иң яҡшы архитектура төҙөлөшө өсөн абруйлы федераль премияға лайыҡ булды. Архиwood ти аталған архитектура конкурсы премияһы Переделкинода тапшырылды. Проекттың авторҙары: Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты, Яңы Ер фирмаһы, Краснокама районы хакимиәте һәм Николо-Березовка халҡы.

Жюри Оло Сауҙа урамында (Ленин урамы) тарихи биналарҙы берләштергән ағас  архитектура формаларын һәм басмаларҙы; Иҙге Николай храмы алдындағы быуа тирәләй түңәрәк күперҙе; экостилдә балалар майҙансығы булған скверҙы; атынгыслы Камалағы пирсты;  йәрминкәләр өсөн «Амбар» павильон-трансформерҙы; ултырыу өсөн урындар менән уңайлы ағас эскәмияләрде баһаланы.

« Архиwood конкурсында еңеү тарихи биләмә өсөн бик мөһим, сөнки ул республиканың ситендәге урын тураһында һөйләргә һәм, буласаҡ төҙөлөштө үҫтереүҙе иҫәпкә алып, ауылдың тарихи мөхитен тергеҙеү мәсьәләһенә иғтибар бирергә мөмкинлек бирә. 2023 йылда бында велоюл төҙөү тамамлана, ул Нефтекама менән Николо-Берёзовканы тоташтырасаҡ. Шул рәүешле ауыл туризмды, бәләкәй бизнесты әүҙемерәк үҫтереү мөмкинлеге ала, халыҡҡа ике йүнәлештә тиҙ һәм хәүефһеҙ йөрөргә мөмкинлек биреп, ҙур ҡала менән бәйләнеште нығыта», - тип билдәләнә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.

Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Николо-Березовканының тарихи өлөшөн төҙөкләндереү проекты федераль конкурс премиясе алды
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас