Кем ул Илдархан Мутин? Ағиҙел тарихы был шәхес менән нисек бәйле? Был һәм башҡа һорауҙарға яуапты мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары, Башҡорт гимназияһы һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы Ағиҙел филиалы студенттарының рефератив хәбәренән алдылар. Сараға «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара союзының башҡарма комитеты вәкилдәре, Татарстан Республикаһынан делегация, «Без башҡортлар» хәрәкәте вәкилдәре саҡырылды. Аҡтаныш районының Таҡталасыҡ ауылы ҡунаҡтары Мутиндар нәҫеленә ҡарай, улар яҡташтары хаҡында ғорурланып һөйләне, татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың һәр ваҡыт дуҫ йәшәүен билдәләне, сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азат Кәримов сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм «Мутин уҡыуҙары» йыл һайын үткәрелергә тейеш тип билдәләне. Сараны Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Денисламова тамамланы. Ул ике республиканың дуҫлыҡ союзын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм оҙаҡ йылдарға сәскә атыуын, уңыштар һәм ныҡлы хеҙмәттәшлек теләне.