

25 сентябрҙә Яңауылда гвардия ефрейторы Артур Солтанғәлиев менән хушлашыу митингыһы үтте.
Былтыр апрелдә ул беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә. Август айынан башлап А. Доставалов исемендәге башҡорт ирекле батальоны составында хәрби бурыстар үтәй башлай. 2023 йылдың ғинуарында етди яралана һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң йөрәге туҡтай.
Матәм тантанаһында район һәм ҡала етәкселеге, яугирҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Артур Солтанғәлиев Рәсәй оборона Министрлығының "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы"ведомство миҙалы менән бүләкләнә. Ул батырлыҡ күрһәткән һәм махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурысын аҙағына тиклем үтәгән кеше булараҡ мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ.
Батырҙың туғандарыны һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Тулыраҡ бында уҡый алаһығыҙ.
Фото Рөстәм Санговтыҡы.