

Нефтекамала йәшәүсе ҡатынды мутлашыусылар алдаған. Улар 57 йәшлек ҡатындың аҡсаһын тартып ала. Уларҙың суммаһы өс миллион биш йөҙ ете мең һумға тиң.
Схема шундай. Уға кемдер шылтыратып, элек электрон биржаға һалған һәм уны юғалтҡан 800 мең һум күләмендәге аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итә.
Гражданканы виртуаль иҫәп лимитын тулыландырыуҙы һорайҙар. Артабан ҡатын бер нисә онлайн-кредит ала, бынан тыш ул таныштарынан аҡса ала һәм иҫәптәргә күсерә.
Күсереү суммаһы дүрт миллион һумға яҡынлашҡанда, зыян күреүсе аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә. Шул саҡта уны ҡара исемлеккә индерәләр...
Тулыраҡ - «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығы таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәҫкә саҡыра!