Республика көнө алдынан Краснокама район үҙәгендә универмаг ҡаршыһындағы скверҙы төҙөкләндереү эштәренән һуң астылар. Тап ошо проект 2022 йылдың яҙында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү юлы менән һайлап алынған. Уның өсөн 3569 тауыш биреүсенән 2770 кеше тауыш бирҙе
Бында халыҡтың һәм район хакимиәтенең теләктәре тап килде, сөнки барыһы ла, район үҙәгенең үҙәк майҙанындағы берҙәм стилдә биҙәү эштәрен аҙағынаса еткерергә кәрәк, тигән фекердә ине. Һәм бик йәмле мөйөш килеп сыҡты. Төҙөкләндерелгән биләмәнең дөйөм майҙаны 1005 квадрат метр тәшкил итте. Подрядсы булып Екатеринбургтан «Декор 2В2» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһаны. Территорияһында тротуар плиткаһы (брусчатка) һалынған, урналары булған тура һәм ярым түңәрәк эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, декоратив ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған.