

Яңауыл районының Киҫәк - Ҡайын мәктәбендә «Беҙҙең заман геройҙары» батырлыҡ дәресе үтте. Ул СВО-ла һәләк булған Әсхәт Мөхәмәтовҡа арналды. Осрашыуға туғандары – ағаһы Илгиз, апайы Гөлсөхрә, хәләл ефете Жаргалма, балалары Амелия һәм Әмир - саҡырылғайны.
Әсғәт бала саҡтан хәрби булырға хыяллана, спорт менән шөғөлләнә: еңел атлетика менән шөғөлләнә, йөҙә, саңғыла йүгерә. Махсус операцияла гвардия капитаны тәүге көндәрҙән үк, танк взводы командиры вазифаһында ҡатнашты. 2022 йылдың 22 сентябрендә башы һәм ҡулы ауыр яралана. 30 сентябрҙә туғандары «Һеҙҙең улығыҙ хәрби заданиены үтәгәндә һәләк булды» тигән ҡурҡыныс хәбәр ишетә... Ватанға хеҙмәт итеүҙә фиҙакәрлек күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Әсхәт Мөхәмәтов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Уның иҫтәлегенә мәктәптә мемориаль таҡта ҡуйылған.