+8 °С
Ясно


Яңауылдың иң яҡшы уҡытыусыларының береһе Светлана Дәүләтшина мәктәптә ярты быуаттан ашыу белем бирә. Ул 3-сө мәктәптә - ун биш, лицейҙа утыҙ алты йыл эшләй. Төрлө йылдарҙа белем алған уҡыусылары билдәләүенсә, Светлана Александровна физиканы бик яҡшы уҡыта.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигына, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының «Мәғариф отличнигы» айырма билдәһен тапшырҙы.
Фото Мәғариф министрлығысайтынан.