Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
30 Октябрь 2023, 21:02

Ағиҙелдә "Zа наших" картиналар күргәҙмәһе асылды

25 октябрҙә Ағиҙел ҡалаһының Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған "Zа наших " күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәлә авторҙарҙың төрлө стилдәрҙәге һәм йүнәлештәрҙәге картиналары күрһәтелә.

Ағиҙелдә "Zа наших" картиналар күргәҙмәһе асылды
Ағиҙелдә "Zа наших" картиналар күргәҙмәһе асылды

Сараға килгән  ҡунаҡтар – танылған кешеләр: Дмитрий Глушко - "Рәсәй Афғанстан һәм махсус хәрби операциялар ветерандары союзы" дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, Камил Буҙыҡаев – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Владислав Пегов - рәссам, график, Рәсәй художество академияһының Почетлы ағзаһы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

- Бөтә тамашасылар, осрашыуҙа ҡатнашыусылар беҙ еткерергә теләгән фекерҙе тәрән аңланылар һәм тойҙолар, - тип билдәләп үтте Владислав Викторович. -   Үҙ тарихына һәм булған хәлдәргә битараф булмаған граждандарҙың бында йәшәүен аңлау бик күңелле. Һәр кемде  Ватандың патриоты тип атай алам. Йылы ҡабул итеү  беҙҙе шунда уҡ үҙ-ара аңлашыу тулҡынына этәрҙе. Һәм беҙгә күп һүҙҙәр әйтергә, сараның асылын һәм маҡсатын аңлатырға кәрәкмәй ине, сөнки кешеләр беҙ тәҡдим иткән идеяны аңлап хуплап  ҡабул иттеләр. Улар барыһы ла беҙҙең илдең баш командующийын һәм һуғышсыларҙы әүҙем хуплай.

 

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас