+16 °С
Ясно


Ошо көндәрҙә Яңауыл йәштәре Пушкин балында үҙҙәрен 19 быуат геройҙары итеп тойҙо. Бында кавалерҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырп, уларҙы бейеүҙә әйләндерҙе, конкурстарҙа ҡатнашты.
Район мәктәптәренән 30-ға яҡын пар полонез, мазурка һәм вальс бейеү оҫталығын күрһәтте. Кисә йәштәр концерты менән дауам итте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ике сара ла «Пушкин картаһы»программаһы буйынса үтте.