+3 °С
Облачно


Вояҙы ауылы (Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) халҡы көньяҡҡа осоп китә алмагән аҡҡош яҙмышы өсөн борсола. Улар социаль селтәрҙә урындағы быуала ҡышларға ҡалған ҡоштоң фотолары һәм видеолары менән уртаҡлашты.
Баҡтиһәң, ҡоштоң ҡанаты зыян күргән икән. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта һыу ятҡылығы янында төлкө йөрөй, тиҙәр. Шулай уҡ күп кенә кешенең аҡҡошто ҡабул итергә әҙер булыуы асыҡланды. "Ғаиләһе уның артынан ҡайтты, әммә имгәнгән ҡош улар менән осоп китмәне, зарланып, осоп барған иптәштәре артынан нимәлер ҡысҡырҙы», - тип һөйләй ауыл халҡы.