Ҡурай
+27 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
12 Ноября 2023, 06:25

Ағиҙелдәр маскировка селтәрҙәре үрә

Ҡалабыҙҙың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында  вайымһыҙ булмаған ҡала халҡы маскировка селтәрҙәре эшләй башланы, тиҙҙән улар гумконвой менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк. Ә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яугирҙарға хаттар яҙҙы.

Ағиҙелдәр маскировка селтәрҙәре үрәАғиҙелдәр маскировка селтәрҙәре үрә
Ағиҙелдәр маскировка селтәрҙәре үрә

Музейҙа маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресен «Савитар»  Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогы Юлия Ҡотлиева үткәрҙе. Ул бер селтәрҙе үреү өсөн уртаса ике аҙнаға тиклем ваҡыт кәрәк булыуы мөмкинлеген, әммә күберәк кеше булған һайын, эш тиҙерәк барасағын һөйләне. Шуға күрә теләгән һәр кем ҡатнаша ала, Юлия Олеговна һәр  кемде  өйрәтә һәм аңлата ала. Баҡтиһәң, дрондар хәрби техниканың урынын таба алмаһын өсөн төрлө үреү схемаларын алмаштырыу мөһим.

Бер селтәр өсөн өс төҫтәге 10 метр  туҡыма талап ителә. Ҡала Советы депутаты Әлфиә Грифленкова «Масксети Башҡортостан» ойошмаһы аша үҙ аҡсаһына туҡыма һатып алды, тағы ла 10 селтәргә һәм аҡ туҡымаға заказ бирҙе, сөнки алда - ҡыш.

Маска селтәрҙәрен булдырыуҙа ике төркөм ҡатнаша: туҡыманан һыҙаттар киҫеүселәр һәм бәйләүселәр. Волонтерҙар, «Әүҙем  оҙон ғүмерлелек» клубы ағзалары, ҡаланың йәштәр бүлеге вәкилдәре, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары -  бер кем дә ситтә ҡалманы.  «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы ағзалары үҙ көсөн һалып ҡына ҡалманы, яңы селтәрҙәр һатып алырға аҡсалала ла ярҙам итте.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас