Ҡурай
+12 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
12 Ноября 2023, 06:55

Ағиҙелдә – яңы «тулҡындар»

Күптән түгел Ағиҙел ҡала хакимиәте һәм элекке БашАЭС дирекцияһы биналарының фасадтарында яңы биҙәктәр барлыҡҡа килде.

Ағиҙелдә – яңы «тулҡындар»Ағиҙелдә – яңы «тулҡындар»
Ағиҙелдә – яңы «тулҡындар»

Уны ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров тәҡдиме буйынса Мансур Зыяев, Артур Рәхмәтов һәм Родион Чукаев тормошҡа ашырҙы. Егеттәр  һүрәттәрҙең эскиздарын ғына түгел, ә ижади индустрияларҙы үҫтереү буйынса тотош концепцияны тәҡдим иткәндәр.

Паблик-арт эшләгәндә  #ARTLEBEDEV  студияһы эшләгән айдентиканың төп элементтары ҡулланылған.

Проект идеяһы нигеҙендә "тулҡын"образы ята. Зәңгәр тулҡын ҡаланың ижади, заманса булырға ынтылышын символлаштыра. Ә ҡара-зәңгәр тулҡын Бәтә союз төҙөлөшө аша үткән кешеләрҙе, АЭС төҙөлөшөн ябыуҙы символлаштыра.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас