Улар башта "Атайсал" порталында "Һалдаттар өсөн йылы ойоҡбаш"проектын урынлаштырғандар.
Беренсе булып эшкә Ҡалтасы ауылынан Зиязетдинова Әсимә Ғабдулләүхәт ҡыҙы тотонған. 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙҙең һалдаттар өсөн ике пар ойоҡбаш бәйләп биргән.
Акцияға бер юлы тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ ҡушылған: Лилиә Ғәлләметдинова, Шакирә Ямалова, Рита Зиязетдинова, Елена Шишкина, Фэма Рәмиева, Фәриҙә Садрисламова, Фәйрүзә Истәкова, Йәмилә Каменских, Юлиә Талипова, Резеда Фәррәхова.
Рөстәм һәм Әҙибә Ғәлләмутдиновтар, сәләмәтлектәре булмауға ҡарамаҫтан, бындай изге эштә ҡатнашырға теләүселәргә йөн еп килтергән, үҙҙәре лә дүрт пар ойоҡбаш бәйләгән.
- Беҙ ауыр ваҡытта Ватанды яҡлауға баҫҡан һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә булдыҡ. Был ойоҡбашҡа беҙ йөрәктәребеҙ һәм ҡулдарыбыҙ йылыһын һалдыҡ, кемгә эләгеүе мөһим түгел, улар барыһы ла беҙҙең улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ. Улар һалдаттарға ялан шарттарында бик кәрәк буласаҡ, сөнки һыуыҡтарҙан йылынырға кәрәк. Был махсус операция тиҙ арала тамамланһын һәм балаларыбыҙ ғаиләләренә имен-аман ҡайтһын, - ти ҡатын-ҡыҙҙар.