Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Ноябрь 2023, 17:30

Ағиҙел батыры «Бәйге»лә көмөш миҙал яуланы

Өфөлә «Рәсәй төркиҙәре» йәштәр фестивале үтте, унда бөтә Рәсәйҙән 250-нән ашыу ҡатнашыусы һәм ҡунаҡ йыйылды. 50 төрки халыҡтары вәкиле Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән. Фестивалдә Рәсәйҙең төрки халыҡтары вәкилдәре: башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, әзербайжандар, ҡаҙаҡтар, нуғайҙар, ҡырғыҙҙар, алтайҙар, яҡуттар, ҡумыҡтар, тажиктар, хакастар, ҡарасайҙар һәм балҡарҙар ҡатнашты.

Ағиҙел батыры  «Бәйге»лә көмөш миҙал яуланы
Ағиҙел батыры «Бәйге»лә көмөш миҙал яуланы

Төрки күп төр ярыш буйынса «Бәйге» спорт ярыштары фестивалдең төп ваҡиғаһы булды. Ярыш 6 ноябрҙә «Динамо» стадионында үтте. «Бәйге» күпбәйге уҙғарыу йәһәтенән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы форум программаһының төп өлөшөн биләй. Төрки батырҙарҙың көсө һәм етеҙлеге өс ярыш төрөндә баһаланды: «Таяҡ Тартыу», «Тартыш», «Тарт-эт». Бәйгеселәр мас-рестлингта ярышташтың ҡулынан таяҡты тартып алырға, ярышташты арҡан менән эләктереп һөйрәргә, ярышташты түңәрәктән сығарырға тырышты.

Чемпионатта Ағиҙел ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке тәрбиәләнеүсеһе Искәндәр Беканов ҡатнашты. Мас-рестлинг дисциплинаһында Искәндәр 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яуланы.

Евгений Буров фотоһы.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас