Ҡурай
+16 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
4 Декабря 2023, 15:48

Ағиҙелдә яңы ҡаҙанлыҡ тәүге йылытыу миҙгеленә уңышлы инде

Ағиҙел ҡалаһындағы яңы ҡаҙанлыҡ үҙенең тәүге йылытыу миҙгелендә эшләй башланы. Быға тиклем ҡаланы йылы менән тәьмин итеүгә ҡулланыусыларҙан алыҫта урынлашҡан 9-сы ҡаҙанлыҡ цехы яуап биргән. Заманса ҡаҙанлыҡ цехының проекты «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең килешелгән инвестиция программаһына ярашлы үҙ средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырылған.

Ағиҙелдә яңы ҡаҙанлыҡ тәүге йылытыу миҙгеленә уңышлы индеАғиҙелдә яңы ҡаҙанлыҡ тәүге йылытыу миҙгеленә уңышлы инде
Ағиҙелдә яңы ҡаҙанлыҡ тәүге йылытыу миҙгеленә уңышлы инде

Яңы ҡаҙанлыҡтың йылылыҡ ҡеүәте 68 МВт тәшкил итә. Рәсәй ҡорамалдарының өлөшө 100 процентҡа яҡын, дүрт һыу йылытыу ҡаҙаны ҡуйылған.

Энергия объектының өҫтөнлөгө - төп һәм ярҙамсы ҡорамалдарҙа йышлыҡ үҙгәрткестәрен киң ҡулланыу иҫәбенә экономиялау, тәбиғи газды яғыулыҡ сифатында файҙаланыу сәбәпле экологияға зыян килтермәү, шулай уҡ юғары дәрәжәлә автоматлаштырыу. Төп ҡорамалдың билдәләнгән хеҙмәт итеү срогы 25 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Объектҡа «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 40-тан ашыу юғары квалификациялы белгесе - Ағиҙел халҡы йәлеп ителгән.

Яңы ҡаҙанлыҡ Башҡортостандағы иң заманса предприятиеларҙың береһе булып тора. Заманса технологиялар ышаныслылыҡ һәм хәүефһеҙлек, Ағиҙел халҡы йорттарында уңайлыҡ һәм именлек бирәсәк.

Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Денис Ирназаров ҡаҙанлыҡта булды. Уның әйтеүенсә, яңы ҡаҙанлыҡты сафҡа индереү ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырасаҡ һәм ҡулланыусыларға сифатлы энергия ресурсын тәьмин итәсәк.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас