

Кисә концерт менән асылды, унда "Иҙел" мәҙәниәт һарайының йәш артистары һәм инвалид балалар ҡатнашты. Балалар сәнғәт мәктәбе, "Савитар" балалар баҡсалары уҡытыусылары, Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡул эштәре һәм биҙәү-ҡулланма ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Унда инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади эштәренән күргәҙмәләр ойошторолдо.
Хакимиәт башлығы Денис Ирназаров балаларға бүләктәр тапшырҙы һәм барыһына ла һаулыҡ, уңыштар теләне. Ул оҫталыҡ дәрестәрендә булды һәм күргәҙмәләрҙе ҡараны.
Кисә сәй эсеү менән тамамланды.